Лимонлы һыуҙы көн һайын эскән кеше иммун системаһын нығыта, вирустарға ҡаршы торорға ярҙам итә. Лимонлы һыуҙағы цитрат бауырҙағы оксалат таштарҙы ваҡларға ярҙам итә, тигән фекерҙә диетолог.
Лимонлы һыу матурлыҡ өсөн дә кәрәк. Ул тәнде яҡшырта, уны йәшәртә, һырҙарҙы булдырмаҫҡа ярҙам итә икән. Баҡтиһәң, быға лимонда күп булған С витамины коллагендың синтезына ярҙам итә.Ябығырға теләгәндәргә лимонлы һыуҙы ашағанға тиклем һәм туҡланған ваҡытта эсеү файҙалы. Был эсемлек кешелә туйыу тойғоһон ҡалдыра һәм артығын ашарға булышлыҡ итмәй. Һәр иртәне бер сынаяҡ ҡәһүәне түгел, бер стакан лимонлы һыуҙы эсеүҙән башларға кәңәш итә диетологтар. Ул тәнде дымландырырға ярҙам итә.
Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө.