ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
3 Март 2024, 06:19

Шоколадлы финиктар эшләйек!

Тиҙҙән ураҙа башлана. Ифтарға бик еңел әҙерләргә мөмкин.

Кәрәк буласаҡ:

- Финик 10 дана
- Ҡара шоколад 100 г
- Көнбағыш майы 20 мл
- Таҙартылған баҙам сәтләүеге (миндаль) 40 г

Нисек әҙерләргә:

1. Финиктарҙың төшөн алып, сәтләүек тултырып сығырға
2. Шоколадты иретергә, көнбағыш майы өҫтәп болғатырға.
3. Сәтләүекте һаҡ ҡына тултырып (теш таҙартҡыс таяҡса менән мөмкин), ирегән шоколадҡа манып ҡуйырға. Шоколад туңғансы тәрилкәгә һалып, шунда уҡ биҙәп ҡуйырға.

Табынға матур һауыттарға һалып бирергә.

 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас