ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
2 Март 2024, 15:02

Сода - шәп ярҙамсы

Сода аш-һыу бешергәндә генә түгел, көнкүрештә һәм төрлө дауа сараларында ла бик файҙалы.

Сода - шәп ярҙамсыСода - шәп ярҙамсы
Сода - шәп ярҙамсы

📌Сода аш-һыу бешергәндә генә түгел, көнкүрештә һәм төрлө дауа сараларында ла бик файҙалы. Бына уның ҡайһы берҙәре.

📌- Ҡоро йүтәл борсоғанда бер стакан йылы һөткә бер сәй ҡалағы аш содаһы һалып болғаталар һәм яйлап эсәләр.

📌- Конъюнктивит булғанда мамыҡты содалы һыуға манып күҙҙе һөртөп алалар.

📌- Ярты сәй ҡалағы соданы һыуға болғатып эсеү аритмия өйәнәген баҫа.

📌- Ярты сәй ҡалағы сода менән бер сәй ҡалағы тоҙҙо бер литр ҡайнар һыуға һалып болғаталар. Был ҡатышманы транспортта барғанда күңел болғанһа,ағыуланғанда һәр 5 минут һайын берәр аш ҡалағы эсәләр.

📌- Тирләгәндә содалы эретмә менән йыуыныу тир биҙҙәренең эшмәкәрлеген кәметә.

📌- Урт боҙолһа ла содалы эретмә менән сайҡатыу килешер.

📌- Ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙолһа бер стакан һөткә ике семтем сода һалып эсәргә була.

📌- Аяғы тирләгән кешегә аяҡ кейеменә сода һибергә ҡушалар.

📌- Ҡайнар һыу тултырылған ваннаға 100 грамм сода һалһағыҙ, һыу йомшарып китер.Ҡәһүә хуш еҫле булһын өсөн, уны ҡайната торған һыуға бер семтем сода һалығыҙ.

📌- Һыуытҡыста насар еҫ сыҡһа, уны сода ала. Тәрилкәгә сода һалып һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ.

📌- Һыуға аҙ ғына сода һалһағыҙ, кәбеҫтә менән фасоль тиҙ бешер.

📌- Серәкәй тешләгән урынға дымлы сода һөртөгөҙ.

 

Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө.

Автор:
Читайте нас