ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
29 Февраль 2024, 05:25

Яҙ етә – витаминдарға ҡытлыҡ башлана

Яңы өлгөргән йәшелсә-емеш булмағанда туңдырылғаны ла ярап ҡала. Шулай ҙа иң яҡшы үҙләштерелә торған витаминдар тәбиғи ризыҡта.    

Яҙ етә – витаминдарға ҡытлыҡ башланаЯҙ етә – витаминдарға ҡытлыҡ башлана
Яҙ етә – витаминдарға ҡытлыҡ башлана

А витамины һыйыр һәм тауыҡ бауырында, диңгеҙ балығында, сырҙа, эремсектә, һөттә, кишер, ҡабаҡ, һырғанаҡ, абрикос, әфлисун, мандаринда күп.

В витамины тауыҡ һәм һыйыр итендә, арыш икмәгендә, диңгеҙ балығында бар.

С витамины һалҡын тейеүгә ҡаршы торорға ярҙам итә, тик быуын ауыртып йонсоһағыҙ, уның менән артыҡ мауығырға ярамай. С витамины гөлйемеш, киви, ҡара ҡарағат, ҡыҙы борос һәм миләштә күп.

Үрҙә әйтелгәндәргә ҡушып синтетик препараттар, витамин, минераль комплекстар хаҡында ла онотмағыҙ.

 

Автор:Аклима Имамова

 

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/news/s-l-m-t-bulayy/2024-02-29/ya-et-vitamindar-a-ytly-bashlana-3661816?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500 

Автор:
Читайте нас