ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
27 Февраль 2024, 16:35

Ошондай сортлы һуғанды сәстегеҙме әле?

Уның уртаса ауырлығы 150-550 грамм тәшкил итә. Ҡайһы бер баҡсасылар 800 грамм ауырлыҡтағы һуған үҫтергәне лә бар.

Һуңғы арала баҡсасылар араһында популярлашып киткән культураларҙың береһе - "Эксибишен" сортлы һуғанын сәсер мәл етте. Уның уртаса ауырлығы 150-550 грамм тәшкил итә. Ҡайһы бер баҡсасылар 800 грамм ауырлыҡтағы һуған үҫтергәне лә бар. 1 квадрат метр түтәлдән уртаса 4.5 килограмм уңыш алырға була.

Февраль айынан март аҙағынаса рассадаға ултыртырға була. 

Бының өсөн орлоҡтарҙы  1 литр һыуға 1 грамм марганцовка һалып 45 минут тирәһе тотоп алыр кәрәк. Һыуынан һарҡытып киптереп алғас сәсергә була. Рассада өсөн 15-20 сантиметр бейеклектән дә кәм булмаған һауыт алырға кәрәк. Яҡшы тупраҡ тултырғандан һуң орлоҡтарҙы сәсәбеҙ. Иң мөһиме - һыуҙы  пульверизаторҙан ғына һибергә кәрәк. 

Бер аҙна ваҡыт үтеүгә һуған орлоҡтары шытып сығасаҡ. Апрель айҙарында үҫентеләрҙе сыныҡтыра башларға кәрәк. Май урталарында тупраҡ йылынғас түтәлдәргә күсереп ултыртырға ла була.

Кемдәр " Эксибишен"ды сәсәеп ҡарағаны бар, үҙегеҙҙең үҫтереү серҙәре менән таныштырһағыҙ ине.

Фото: dzen.ru

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас