ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
24 Февраль 2024, 15:08

Табынға - еләкле бәлеш

Еңел генә әҙерләнгән бәлеш рецебы яҙмала

Табынға - еләкле бәлешТабынға - еләкле бәлеш
Табынға - еләкле бәлеш
250 грамм он, ике йомортҡа, 150 миллилитр һөт, 100 грамм аҡ май, 200 грамм шәкәр пудраһы, үҙегеҙ теләгән еләктәр кәрәк.
 
Тәүҙә һөткә йомортҡа, шәкәр пудраһы, иретелгән аҡ май һалып, миксер менән туғыйбыҙ. Он менән йомшартҡыс өҫтәп, тағы ла һәйбәтләп болғатабыҙ.
 
Артабан форманы майлап, уға ҡамырҙы, шунан өҫтөнә еләктәрҙе тигеҙ итеп йәйеп һалабыҙ.
 
Мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, 30-40 минут тирәһе бешерәбеҙ.
 
Һыуығас, өҫтәлгә ҡуйырға мөмкин.
 
Ашығыҙ тәмле булһын!
 
Автор:
Читайте нас