Эш аҙағына аяҡтар шешенә, тамырҙар ҡабара, аяҡ көс еткеһеҙ ауырая. Аяҡтарҙың шешенеүендә шулай уҡ йөрәк, бөйөр, бауыр кеүек эске органдарҙың ҡайһы бер ауырыуҙары йәшеренеүе ихтимал.
Ауыртыуҙан, шешеүҙән һәм тиреүе кибеүҙән ҡотолорға мөмкин. Бының өсөн кәрәкле дауаларҙы һәр хужабикә үҙенең өйөндә таба ала.
- Һеркә. Был иң ябай аяҡ ауыртыуынан ҡулланылған сара. Бының өсөн тасҡа йылы һыу ҡойоп, бер тамсы һауыт-һаба йыуа торған шыйыҡсаны тамыҙырға һәм бер стакан аҡ һеркә ҡойорға. Аяҡтарҙы ошо һыуға тығып ултырабыҙ. Ярты сәғәттән аяҡтың шешенеүе бөтөп, тиреһе кибеп ҡалыр.
- Сода. Тағы бер һөҙөмтәле һәм ябай сара. Шулай уҡ тасҡа йылы һыу ҡойоп, бер литрға ярты стакан иҫәбенән, сода һалып болғатығыҙһәм ошо һыуға 20 – 30 минутҡа аяҡтарҙы тығып ултырығыҙ.
- Ойоҡбаштар эффекты. Был ысулды күптәр белә. Ул айырыуса йылдың һалҡын миҙгелендә һәйбәт. Йоҡлар алдынан аяҡҡа лосьон, вазелин һәм зәйтүн майы һөртөгөҙ. Шунан кизе-мамыҡ ойоҡбаш кейеп, йоҡларға ятырға ла мөмкин. Был дауалау ысулын аҙнаһына бер нисә тапҡыр ҡабатларға онотмағыҙ.
- Майҙар һәм шешенгән аяҡтарға эфир майҙарын йәки уларҙың ҡатнашмаһын ҡулланырға мөмкин. Мәҫәлән, бөтнөк үләне, эвкалипт һәм лимон майы ҡатнашмаһы шеште кәметә.
Ғөмүмән, бөтнөк үләне майы ауыртыуҙы баҫа һәм бактерияларға ҡаршы тороу үҙенсәлеге яраларҙы бөтәштерергә ярҙам итә. Аяҡ өсөн кремығыҙға йәки лосьонға бөтнөк үләне майы ҡушһағыҙ, ул шифалы дауаға әүерелер. Әммә шуны иҫтә тоторға кәрәк: бөтнөк үләне майы аллергия тыуҙырыуы ихтимал, шулай уҡ уны ауырлы һәм бала имеҙеүсе ҡатындарға ҡулланырға ярамай.
Сәй ағасы майы ла шешенеүҙе кәметә. Уны йылы һыуға ҡушып, 20 – 25 минут аяҡтарҙы тығып ултырырға мөмкин.
Гәрсис майы ла шешенеүҙән арынырға ярҙам итә.
Зәйтүн майын да йыл һыулы ваннаға ҡушырға тәҡдим итәләр, аяҡ тиреһенең ҡоролоғо һәм ярылыуы бөтөр.
- Һоло ябалағы («Геркулес»). Уны теләһә ниндәй майға (зәйтүн майына мөмкин) йәки майлы лосьонға ҡушып, аяҡтарға һөртөргә һәм 20 – 30 минут тоторға. Һуңынан йыуып төшөргәс, аяҡтарҙа шундай еңеллек тойорһоғоҙ.
- Боҙ. Иң ябай һәм һәр кем ҡуллана алырлыҡ сара. Ул аяҡтарҙағы артыҡ шыйыҡлыҡты тиҙ арала һурып алырға ярҙам итер.
- Ҡыяр. Күҙ ҡабаҡтарының шешенеүен һәм күгәреүен баҫыу өсөн ҡыяр телемдәрен күҙ тирәләй һалырға кәңәш итәләр. Ниңә ошо уҡ ысулды аяҡтар өсөн файҙаланмаҫҡа?! Ҡыяр иҙмәһе йәки һутын әҙерләп, аяҡтарҙы ыуырға була. Шулай уҡ был йәшелсә киҫәктәрен аяҡ тирәләй ҡуйып, 35 –45 минутҡа бәйләп торорға мөмкин.
Әйткәндәй, ҡыяр ашау аяҡтар өсөн дә файҙалы. Бынан тыш, туҡланыу рациолнында Е витамины булған аҙыҡ-түлектең күп булыуына иғтибар итегеҙ. Күберәк һыу эсегеҙ һәм тоҙло аштарҙан баш тартығыҙ.
- Массаж. Махсус май һатып алып, яҡындарығыҙҙан табанығыҙға массаж эшләтегеҙ. Әҙерәк ыуалап, һыйпау ҙа етә.
- Шифалы сәйҙәр. Үлән сәйҙәренең файҙаһы ҙур. Мәҫәлән, бер ҡалаҡ кипкән кесерткәнгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, бешерергә һәм көнөнә 3 – 4 тапҡыр эсергә. Аяҡтарҙың шешеүе кәмер.
Шулай уҡ көнөнә 3 – 4 тапҡыр бәпембә тамырынан әҙерләнгән сәй эсергә була.
Бынан тыш, ике стакан һыуҙа 6 – 8 петрушка япрағын ҡайнатып, көнөнә 3 – 4 тапҡыр эсергә мөмкин.
- Инглиз тоҙо. Йылы һыу һәм ошондай тоҙ һалып әҙерләгән ваннаның файҙаһы ла иҫ киткес ҙур. Был арзан ғына әйбер аяҡтарҙың талыуынан, шешеүенән һәм тиреһенең ҡысыуынан, кибеүенән ярҙам итер.