Борон уны ҡара көстәргә ҡаршы тороу сараһы булараҡ, сихырға, күҙ тейеүгә, яла яғыуға ҡаршы ҡулланғандар. Ғөмүмән, мәтрүшкәнең шифаһы теймәгән сир юҡ та кеүек. Мәҫәлән, түбәндәге төнәтмә ауыҙҙан насар еҫ килгәндә, түбән кислоталы хроник гастриттан, ашҡаҙан һәм бөйән сей яраһынан, хроник эс ҡатыуҙан, метеоризмдан, эсәк һәм ашҡаҙан, бауыр, үт ҡыуығы ауырыуҙарынан ярҙам итә, бронхиттан, пневмониянан, бронхиаль астманан, һалҡын тейеүҙән, эпилепсиянан, невроздан, йоҡоһоҙлоҡтан, тән тартышыуынан, стрестан, гипертониянан ( башланғыс формаһында), атреосклероздан шифаһы тейә, эсәктәрҙең эшмәкәрлеген, үттең бүленеп сығыуын яҡшырта, бөйөр ауырыуҙарынан бәүел ҡыуыу сараһы булараҡ ҡулланыла.
Ул түбәндәгесә әҙерләнә:
Бер ҡалаҡ үләнгә 200 мл һыу ҡойоп, бешерергә һәм ярты сәғәт төнәткәндән һуң һөҙөп алып, көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда 0,3 – 0,5 стакан эсергә.
* Цистит, пиелонефриттан
2 ҡалаҡ киптерелгән үләнгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, кәстрүлдә ҡайнар һыу эсендә 15 минут тотҡандан һуң, һыуынғанын көтөп һөҙөп алырға. Әҙер төнәтмәне көнөнә ике тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда 1/3 стакан эсергә.
Фото:Т.Аманов.