ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
16 Февраль 2024, 06:06

Йод - иң шәп ашлама

Йод иретмәһе помидор үҫентеләрендәге күп кенә сирҙәргә ҡаршы көрәшә.

Йод - иң шәп ашламаЙод - иң шәп ашлама
Йод - иң шәп ашлама
Йод иретмәһе помидор үҫентеләрендәге күп кенә сирҙәргә ҡаршы көрәшҽү өсөн баһалап бөтөргөһөҙ һанала. Уны 10 литр һыуға 10 тамсы йод, бер литр эремсек һыуы (йәки әсегән һөт) һәм ярты сәй ҡалағы бор кислотаһы өҫтәп яһайҙар. Барыһын бергә болғатып, помидор үҫентеләренә һибәләр. Былай эшләгәндә, помидор уңышы мулдан буласак, үҫентеләр фитофтора менән дә сирләмәйәсәк. иретмәне ҡулланыу ваҡытына килгәндә, беренсе тапҡыр уны помидор үҫентеләре сәскә атҡас һибәләр. Бер-ике аҙнанан был эште яңынан ҡабатлайҙар. Ғөмүмән, үҫентеләр сәскәлә ултырғанда, 4–5 тапҡыр бөркөргә кәрәк. Йод иретмәһен шулай уҡ ҡыяр, баклажанға ла ҡулланырға була.
 
 
Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө.
Автор:
Читайте нас