Халыҡ медицинаһы бик яҡшы ярҙам итә. Уларҙы һынап ҡарап, үҙеңә килешкәндәрен теркәп барыу һәм, әлбиттә, курслап ҡулланыу бик яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә.
4 аш ҡалағы дөгө
3 аш ҡалағы шәкәр
1 аш ҡалағы йөҙөм
Дөгөнө йыуабыҙ һәм ҡайнап һыуынған 1 литр һыу ҡоябыҙ. Шәкәр һәм йөҙөм өҫтәйбеҙ. Был квас 4 көн торорға тейеш. Йәй көндәрендә өс көн етә.
Дүрт көндән һыуын һөҙөп ҡойоп алабыҙ һәм көнөнә өс мәртәбә ашағандан һуң ярты стакан итеп эсәбеҙ. Квасты һыуытҡыста һаҡлайбыҙ.
Дөгөнөң ҡалғанын артабан квас эшләү өсөн әсетке итеп ҡулланабыҙ. Бының өсөн уға яңынан эшләгән һайын 2 аш ҡалағы дөгө, 2 аш ҡалағы шәкәр, ярты аш ҡалағы йөҙөм һалабыҙ. Ошондай әсетке менән эшләнгән квас тағы ла көслөрәк була.
Быуындар һыҙлауы туҡтаһын, остеохондроздан ҡотолоу өсөн дөгө квасын 5 аҙна эсәбеҙ. Йылына 2-3 мәртәбә ҡабатлайбыҙ.
Һау-сәләмәт булайыҡ!