Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
12 Февраль , 11:19

Баш ауыртыуынан ҡотолорға теләһәгеҙ...

Баш мейеһе тамырҙарын таҙартып тороу бик мөһим. Баш ауыртыуы баҫылыр, зиһен асылып китер, кәйефегеҙ күтәрелер, төрлө ауырыуҙарҙы еңелерәк үткәрергә ярҙам итер.  Түбәндә ҡан тамырҙарын таҙартыуҙың биш һыналған ысул тәҡдим ителә.

Баш ауыртыуынан ҡотолорға теләһәгеҙ...
Баш ауыртыуынан ҡотолорға теләһәгеҙ...

 1-се ысул: бал һәм әстерхан сәтләүеге.
Биш сәтләүекте  ваҡлап,  бер ҡалаҡ йүкә балы ҡушып, ныҡлап бутарға һәм берәр семтем ваҡланған дәрсен (корица) менән менән имбирь ҡушып бутап,    бер тәүлеккә һыуытҡысҡа ҡуйырға.  Шифалы ҡатнашманы көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда берәр ҡалаҡ ашарға. 

 2-се ысул: һуған һуты менән бал. Бер стакан балға 1/3 стакан һуған һуты ҡушып бутап, көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда  берәр балғалаҡ эсергә. Шифалы эсемлек  ҡан тамырҙарын таҙартып ҡына ҡалмай,  иммунитетты ла нығыта.

  • 3-сө ысул: тәбиғи һуттар.

Көн һайын төшкө һәм киске аш алдынан ярты сәғәт элек ярты стакан гранат һуты (алма һәм кишер һуты менән сиратлап) эсегеҙ.   Һуты магазинда һатып алғанда, уның мөмкин тиклем тәбиғи булыуына иғтибар итегеҙ, йә булмаһа үҙегеҙ һығып эшләгеҙ.   

 4-се ысул: дегәнәк төнәтмәһе.  

10 г самаһы кипкән дегәнәк тамырына ҡайнар һыу ҡойоп,   8 – 10 сәғәт төнәтергә. Һуңынан һөҙөп алып,  һалҡын урынға ҡуйырға.   Шифалы эсемлекте иртәнге ашты ашарҙан  ярты сәғәт алда  дүрт ҡалаҡ эсергә.   Дауаланыу курсы – бер ай.

  • 5-се ысул: файҙалы ашамлыҡтар.

Организмды сәләмәтләндереү һәм ҡан тамырҙарын таҙартыу өсөн  көн һайын иртәнсәк иртәнге аштан ярты сәғәт алда  бер мандарин, бер ус йөҙөм һәм әстерхан сәтләүеге ашарға, 15 – 20 минуттан һуң бер балғалаҡ бал һәм лимон киҫәге ҡушылған һыу эсергә. Тағы 15 – 20 минуттан һуң иртәнге ашты ашарға мөмкин.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:
Читайте нас: