ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
29 Ғинуар 2024, 04:19

Тамаҡ ауыртһа, йүткерһәң

Йүткеректән ҡотолоуҙың шәп ысулы бар....

Тамаҡ ауыртһа, йүткерһәңТамаҡ ауыртһа, йүткерһәң
Тамаҡ ауыртһа, йүткерһәң

Йүткеректән нисек ҡотолорға була? Бәләкәйерәк кәстрүлгә бер стакан һыу ҡойоп ҡайнатырға ла, ваҡлап туралған алты теш һарымһаҡ һалып, ҡапҡасты ябып, талғын утта тағы бер аҙ – 5 минуттай – тоторға. Шунан кәстрүлде плитәнән ситкә алып, һыуына бер балғалаҡ аш содаһы өҫтәргә. Тиҙ генә баш аша ҡалын таҫтамал йә бүтән әйбер менән ҡапланып, шуның эҫе быуын һуларға: ике-өс тапҡыр танау менән тәрән тын алабыҙ һәм уны ауыҙҙан сығарабыҙ. Боҫтоң бөркөлөүе бөткәнсе шулай тын алып торабыҙ. Аҙағынан уранып ятып торорға кәрәк.

 

Сығанаҡ: https://hakmar.ru/articles/auly-ur-bayly/2024-01-28/tama-auyrt-a-y-tker-3620294?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485 

Автор:
Читайте нас