Был юлы уны һөттән әҙерләп ҡарайыҡ.
Уның өсөн 1 стакан манный ярмаһы, 1 стакан шәкәр, 50 грамм аҡ май, 3 йомортҡа, 1 стакандай йылымыс һөт, сода, аш һеркәһе кәрәк буласаҡ. Башта мейесте 180 градусҡа ҡыҙҙырырға ҡуябыҙ, табаны көнбағыш майы менән майлайбыҙ.
Аҡ майҙы иретеп, йомортҡа, шәкәр, манный ярмаһы ҡушып миксер менән туғыйбыҙ һәм өҫтөнә һөт менән аш һеркәһендә һүндерелгән сода ҡушабыҙ.
Ҡамырҙы табаға ҡоябыҙ, 40 минут тирәһе бешерәбеҙ. Әҙер манникты шәкәр пудраһы менән биҙәргә була.
Фото: malinika.ru