Кишер һуты бик файҙалы. Ул бөтә организмды нормаль хәлгә килтерә. Кишер һуты В, С, Д, Е, К витаминдарына бай, унда А витамины (организмға ныҡ файдалы) күп.
Организмға нисек тәьҫир итә һуң ул? Кишер һуты аппетитты күтәрә, ашҡаҙан-эсәк системаһы эшмәкәрлеген, тештәр структураһын яҡшырта. Йөклө ҡатын һуңғы айҙарында көненә 300 мл. кишер һуты эсһә, бала тыуҙырғанда сепсис (ҡан ағыуланыу) булмай. Кишер һуты эскән ҡатындың һөтө лә сифатлы була. Шуға йөклө һәм имсәк балаһы булған ҡатындарға кишер һуты эсәргә кәңәш ителә.
Кишер һуты төрлө шештәрҙе (яман шеште лә) дауалағанда һәйбәт ярҙам итә. Тән тиреһе ҡоро булғанда, ғөмүмән, тире ауырыуҙарын дауалағанда ла ул бик файҙалы. Кишер һуты эндокрин (эске ағзалар) системаһын дауалай, уны ирҙәргә ҽнси көсһөҙлөктән, ҡатындарға бала тапмағанда ҡулланырға кәңәш ителә.
Кишер һуты ҡиммәтле дарыуҙарҙы алмаштыра ала.
Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө.