1 л һыуға 1 аш ҡалағы водород перекисы һәм 2 тамсы йод өҫтәп, яҡшылап болғатырға. Гөлгә һыу һибәргә, ә ярты сәғәттән йодлы ашламаны һибәргә була. Айына бер шулай туҡландырырға мөмкин.
Ярангөл һауыты бәләкәйҽрәк булған һайын ҡупшыраҡ сәскә ата. Ҡыҫыҡ һауытта ул тамырын ныҡ үҫтермәй, был уны тиҙҽрәк сәскә аттыра. Ғөмүмән, күп гөлдәр, һауытҡа тамырҙарын тултырмайынса, сәскә атырға ашыҡмай.
Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө.