Күптән түгел Әбйәлил районы Асҡар ауылында йәшәгән блогер, гәзитебеҙҙең яҡын дуҫы Рәхимә Мусина үҙенең нисек ябығыуы һәм яратҡан күлдәген ҡайтанан кейеүе хаҡында бик ҡыҙыҡлы һәм файҙалы яҙмаһы менән таныштырған инек. Был юлы ла Рәхимә Мусина дөрөҫ туҡланыу, тәмлекәстәрҙән нисек ҡотолоу буйынса үҙ күҙәтеүҙәрен һәм кәңәштәрен тәҡдим итә.
"Бер ай элек "шәкәрһеҙ тормош" хэштегы менән постарҙы дауам итермен тиһәм дә, башҡа эштәр күбәйеүе арҡаһында вәғәҙәм үтәлмәй торҙо ла ҡалды. Бер нисә баҫманан да дауамын көтөп-көтөп ҡул һелтәнеләр инде. Шуға теманы башҡаса ҡуҙғатып тормам тип йөрөй инем, уйламағанда бер табында татлы ризыҡтарҙан баш тартҡан ир-егет менән тап булышырға тура килде. Ул аш һеңдереү буйынса ыңғай үҙгәрештәр кисереүен һөйләгәс (уны һимереү проблемаһы борсомай), кемгәлер ярҙамым булған икән дәһә тип илһамланып киттем һәм, вәғәҙә иткәнсә, шәкәрһеҙ тормоштоң үҙемдең сәләмәтлеккә йоғонтоһо тураһында яҙып китергә булдым.
Бына беҙ "матурлыҡ ҡорбан талап итә" тип әйтәбеҙ. Әммә арабыҙҙа матур, һомғол булыу өсөн генә яратҡан тәм-томдарын ҡорбан итергә әҙер кешеләр бик һирәк. Ә бына шул ҡорбанды ҺАУЛЫҠ талап итһә, өҫтәүенә быны врач ҡушһа, бик ауыр булһа ла, күптәр был аҙымға барырға ризалаша. Шуға шәкәрле-ҡамырлы ризыҡтарҙан баш тартҡанда ябығайым тип түгел, ә һаулығымды нығытайым тип уйлап эш итеү күпкә яҡшы һөҙөмтә бирә.
Берәй ун кило ауырлығымдан ҡотолайым тип башлаған мин дә ҡорһаҡ тирәһендәге еңеллекте, комфортты тиҙ тойоп, өҫтөнлөктө шуға бирҙем, хатта ябығыу мәсьәләһе нисектер артҡа күскәндәй ҙә булды. Шәкәр менән көрәште ниңә иртәрәк, йәшерәк, һауыраҡ саҡта башламаным икән тип үкендем.
Гастрит, панкреатит, холецистит кеүек ашҡаҙан-эсәк тирәләй диагноздар миңә врачтар тарафынан күптән ҡуйылған. Шуға бәйле эс күбеү, ҡаталау, метеоризм, эстең теге-был ерҙәре һыҙып ауыртыуҙары баҫылыуы уҡ минең өсөн ҙур стимул булды. Оят булһа ла яҙайым: бер аҙҙан оҙаҡ йылдар дауамында көн һайын тиерлек клизма өсөн ҡул аҫтында тотҡан "груша"мдың ҡайҙа ятҡанын оноттом.
Йоҡом яҡшырҙы, сөнки көнө буйы арыу-талыу белмәй эшләйем, хатта ниңә тәүлектә 32 сәғәт түгел икән, күберәк нәмәгә өлгөрөр инем тигән үкенес менән ятып китәм. Ә бит мин ҡартаям да шуға бер нәмә лә эшләгем килмәй, тормошҡа битарафлыҡ, нәҫ баҫыу — ҡартлыҡ билдәһе, тип уйлап йөрөй инем.
Йәйәү йөрөргә яратҡан кеше атлауҙан ҡаса башлағайным, Асҡарҙың үҙәгенә нисек тә машинаға эләгеп барыу яғын ҡарай, иптәшем өйҙә булмаһа, ғүмере саҡырмаған таксиҙы саҡырта башлаған инем. Сөнки кәүҙәне һөйрәп атлауы ауыр, аҙағынан аяҡтар һыҙлай. Хәҙер яңынан элеккесә һикертә баҫып 7-8 саҡрымды йөрөп киләм, иптәшем алып барып киләйем тиһә лә, "не лишай меня удовольствия пешком ходить" тип ебәргән булам.
Һәм тағы: щитовидка менән күптән иҫәптә торам. Эндокринолог һуңғы анализымдың күрһәткестәре яҡшырыуына аптырап, яңынан контроль анализ бирҙерҙе һәм көн һайын ҡабул иткән дарыуымдың дозаһын яртылаш кәметте. Уны мине анализһыҙ ҙа тойҙом: дарҫлап сыға яҙып типкән йөрәк һиҙелеп тынысланғайны.
Шәкәрҙән баш тартҡан йәшерәк кешеләр тиренең һәйбәтләнеүен, йыйырсыҡтар яҙылыуын әйтәләр. Миңә хәҙер һуң күрәһең, шуға үҙемдә йөҙҙөң йәшәреүен тоймайым, әммә биттәге ҡара-һоро таптар кәмене, тире аҫтында мыжғып торған аҡ төйөрсөктәр, терһәктәге еңгә эләгеп йәнде көйҙөргән ҡыштыҡ юҡҡа сыҡты. Парикмахер сәсемдең ҡуйырыуын әйтте, уны үҙем дә аңғара инем. Тағы бик күп плюстары тураһында яҙырға булыр ине, әммә һаулығын яҡшыртырға һәм ябығырға теләге булған кешене мотивировать итергә ошолары ла аҙ түгел тип уйлайым. Хатта тәм-том, икмәктән бөтөнләй баш тарта алмаған хәлдә күләмен кәметеү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирмәйенсә ҡалмаясаҡ", -тип яҙған ул үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә
"Теманы артабан дауам итергә кәрәкме?" -тигән һорау ҙа ҡуйған. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, кәрәкме артабан да был темаға яҙылған кәңәштәр?
Фото һәм текст сығанағы: Рәхимә Мусина.