Бер ус укроп орлоғо ярҙамында ҡан баҫымын яйға һалып, эс ҡатыуҙан, ашҡаҙан һәм бәүел ҡыуығындағы ауыртыныуҙан, бәүел тотмауҙан ҡотолоп була.
Уны әҙерләү өсөн сәйнүккә ҡойолған ярты литр ҡайнар һыуға өймәләм бер ҡалаҡ орлоҡ һалып, өҫтөн салфетка йә таҫтамал менән ҡаплап, 40 минут төрөп ултыртып торорға кәрәк - шулай иткәндә, орлоҡтоң барлыҡ файҙалы матдәләре һыуға сыға.
Төнәтмәне көнөнә ете-ун тапҡыр өсәр йотомлап эсеп торорға. Уны ас килеш тә, ныҡ туйғас та түгел, тап ашаған ваҡытта ҡулланыу ыңғай һөҙөмтә бирер.
Дауаланыу ваҡыты - бер аҙна, һуңынан уны сирҙе иҫкәртеү маҡсатында һәр ай ике-өс көн дауамында ҡулланһаң да етә. Алдан һаналған ауырыуҙарҙан тыш, был төнәтмә йүткеректе, бронхитты, тамаҡ ауыртыуын баҫа, йоҡоно яҡшырта.