Бының өсөн бер килограмм ҡыяр, 300 грамм кишер, 300 грамм һуған, 200 грамм томат пастаһы, ике татлы борос, 300 грамм арпа ярмаһы (перловка), 50 миллиграмм һеркә, өс аш ҡалағы шәкәр, 1.5 аш ҡалағы тоҙ, 70 миллилитр май кәрәк.
Тәүҙә ярманы бешерәбеҙ. Ҡыяр менән һуғанды, боросто турайбыҙ. Кишерҙе ҡырғыс аша үткәрәбеҙ ҙә кәстрүлгә һалып, май, бер литр һыу, тоҙ, шәкәр өҫтәп утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, 40 минут тирәһе бешерәбеҙ. Шунан бешкән ярма менән һеркәне ҡушып биш минут ҡайнатабыҙ. Банкаларҙы бешекләп, лавр япрағы, борос өҫтәп тултырабыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!