Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
23 Сентябрь 2023, 08:30

Сөгөлдөр кеүәҫе ҡан баҫымын көйләй

Ябай ғына әҙерләнгән сөгөлдөр кеүәҫе юғары ҡан баҫымын төшөрә, ҡанды таҙарта, гемоглобинды күтәрә, холестеринды кәметә. Уны әҙерләүҙең бер ниндәй ҡыйынлығы юҡ.

Ябай ғына әҙерләнгән сөгөлдөр кеүәҫе юғары ҡан баҫымын төшөрә, ҡанды таҙарта, гемоглобинды күтәрә, холестеринды кәметә. Уны әҙерләүҙең бер ниндәй ҡыйынлығы юҡ.

Ҡыҙыл сөгөлдөрҙө йыуып таҙартҡас, турарға һәм өс литрлыҡ банканың өстән бер өлөшөнә тиклем һалырға ла бүлмә температураһындағы таҙа һыу менән тултырырға. Банкаға шулай уҡ бер киҫәк арыш икмәге һәм бер ҡалаҡ шәкәр өҫтәп ебәрергә. Һауытты марля менән ҡаплап, ҡараңғы урында тоторға кәрәк. Ваҡыты-ваҡыты менән өҫтөнә сыҡҡан күбекте һөҙөп ташларға онотмағыҙ. Сөгөлдөрҙөң сей тәме бөткәс һәм һыуы үтә күренмәле асыҡ көрән төҫкә ингәс - ул әҙер. Уны һөҙөп шешәләргә ҡойорға ла була. Артығын һыуытҡыста һаҡларға.

Юғары ҡан баҫымынан был кеүәҫте көнөнә өс тапҡыр яртышар стаканлап ашарҙан ярты сәғәт алдан йылы килеш кенә эсергә. Дауаланыу ваҡыты - ике ай. Был банканы эскән ваҡытта икенсеһен әҙерләргә ҡуйырға онотмағыҙ.

Фото:dolina-sad.ru

Автор:Аклима Гизатуллина.
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: