Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
23 Сентябрь 2023, 08:22

Рәхим итегеҙ: эремсектән тәмлекәс

Еңел генә әҙерләнгән ризыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ. Табындарығыҙ мул, эштәрегеҙ уң булһын!

Еңел генә әҙерләнгән ризыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ. Табындарығыҙ мул, эштәрегеҙ уң булһын!
 
Ярты килограмм эремсек, биш ҡалаҡ шәкәр, ике йомортҡа, дүрт ҡалаҡ манный ярмаһы, бер ҡалаҡ какао, 150 миллилитр һөт, тоҙ, ванилин кәрәк.
 
Тәүҙә эремсеккә шәкәр, ваниль, тоҙ, йомортҡа һалып болғатабыҙ. Һөт, манный ярмаһы ҡушып ҡамыр эшләйбеҙ. Шунан уны ике өлөшкә бүләбеҙ. Береһенә какао ҡушабыҙ.
 
Артабан форманы майлап, алмашлап ағын, һороһон һалабыҙ. Шунан мейесте 170-175 градусҡа тиклем йылытып, 35-40 минут тирәһе бешерәбеҙ.
 
Әҙер ризыҡты мейестән алып, шоколад һибеп, өҫтәлгә ҡуйырға мөмкин.
 
Ашығыҙ тәмле булһын!
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: