Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
23 Сентябрь 2023, 08:09

Дегәнәктең файҙаһы ҙур

Уның файҙаһын эскән көнөндә үк һиҙеп булмаҫ. Ә бер-ике аҙнанан бөйөрҙәге таштар ирер, бауырҙан, үт ҡыуығынан сирҙәр китер, ашҡаҙан сәғәт һымаҡ эшләй башлар.    

Был үләндең файҙалы булмаған бер өлөшө лә юҡ. Япрағының үҙе лә, һуты ла файҙалы. Сит илдәрҙә уны махсус баҡсаларҙа үҫтереп ҡулланалар, аш итеп бешерәләр, йәш япраҡтарын ашайҙар. Һуты төрлө ауырыуҙарҙы дауалау өсөн яҡшы. Йәшел, матур япраҡтарҙы йыйып, һыуыҡ һыуға ике сәғәткә һалып ҡуйырға. Артабан ит турағыстан, йә ваҡ итеп турап япраҡ бутҡаһы яһайбыҙ. Кемдә һут һыҡҡыс бар – шунан сығарабыҙ. Һут һыуытҡыста 5-6 көн тора ала. Артығын яһамайбыҙ. Кемдер ҡышҡылыҡҡа яһайым тиһә, 50/ 50 спирт менән бутайбыҙ. Ашар алдынан ике сәғәт ҡала бер аш ҡалағы ярты стакан һыуға һалып эсәбеҙ. Көнөнә ике-өс тапҡыр эсһәң дә була. Балаларға бер аш ҡалағы. Профилактика өсөн дә, дауаланыу өсөн дә файҙаһы күп. Көслө сирең булғанда икешәр ҡалаҡ эсһәң дә була.

Уның файҙаһын эскән көнөндә үк һиҙеп булмаҫ. Ә бер-ике аҙнанан бөйөрҙәге таштар ирер, бауырҙан, үт ҡыуығынан сирҙәр китер, ашҡаҙан сәғәт һымаҡ эшләй башлар. Эсәктәрҙә беҙҙе көнө-төнө кимергән паразиттар, бактериялар юҡҡа сығыр. Дегәнәк япрағы иммунитетты ныҡ күтәрә. Йәй буйы эсеп, көҙгөлөккә тулыһынса һауығырға була. Хатта ревматизм, артрит кеүек сирҙәрҙең дә сигенеүҙәре билдәле. Япраҡтарын парландырып ауыртҡан быуындарға ла бәйләйҙәр.

Тамырының файҙаһы ла ныҡ ҙур. Сентябрь-октябрҙә тамырын ҡаҙып алып, һалҡын һыуҙа йыуып, тышын таҙартаһың. Шунан ҡояш төшмәгән, елләп торған ерҙә киптерәләр. Бер сәй ҡалағы ваҡланған тамырҙы бер стакан ҡайнар һыуҙа төнәтергә. Хатта онкология сирҙәренән диета менән бер рәттән шул тамыр төнәтмәһе эсеп метастазаларҙан ҡотолған, тырышһа, был ауырыуҙан тулыһынса ҡотолоусылар бар. Әлбиттә, үләндәрҙе дауаланыу өсөн дә, организмдың иммунитетын күтәреү өсөн эскәндә лә организмда ниндәйҙер дәрәжәлә үҙгәрештәр башланырға, сирҙәр ҡуҙғалырға мөмкин. Һәр осраҡта табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

 
Автор:Гузель Салихова.
Автор:
Читайте нас: