Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
23 Сентябрь 2023, 08:23

Балан ҡайнатмаһы

Тәмле, файҙалы һәм оригиналь десерт. Уны көнөнә бер ҡалаҡ ҡына ашап, иммунитетты нығытырға мөмкин.

Ингредиенттар:
-Балан - 1 кг
-шәкәр - 1,3 кг
-һыу- 300 мл

???? Ҡайнап торған һыуҙа баланды 5 мин. тоторға
????Шәкәр һәм һыуҙан сироп әҙерләйбеҙ, уны баланға һалабыҙ һәм 12 сәғәткә ҡалдырабыҙ.
????Шул ваҡыттан һуң баланды ҡаты булмаған утҡа ҡуябыҙ, ҡайнатып сығарабыҙ
????Ярты сәғәт самаһы, масса ҡуйырғансы, күбектәрен алып ҡайнатабыҙ
???? Әҙер ҡайнатманы стерилилләнгән банкаларға һалабыҙ һәм һалҡынса температурала һаҡлайбыҙ.

Сәйегеҙ тәмле булһын!

 
Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: