Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
23 Сентябрь 2023, 08:27

Ҡара миләштән дауа

Әле ҡара миләштең өлгөргән мәле. Уның һуты, төнәтмәһе ярҙамында...  

Тирелә ҡыҙыл йондоҙсоҡтар күренгеләй башлаһа, йә булмаһа күҙҙең ағы ҡыҙарһа - был ваҡ ҡан тамырсыҡтарының шартлауы һөҙөмтәһе. Уның юғары ҡан баҫымынан йәки ауыр физик хеҙмәттән, йә булмаһа кинәт бөгөлөп-һығылыуҙан һәм башҡа күп сәбәптән барлыҡҡа килеүе ихтимал. Тиреләге йондоҙсоҡтар ҡан тамырҙарының көсһөҙ булыуын күрһәтә һәм уларҙы нығытырға кәрәклеген аңғарта.

Әле ҡара миләштең өлгөргән мәле. Уның һуты, төнәтмәһе ярҙамында атеросклерозды, юғары ҡан баҫымын дауалайҙар, ҡан тамырҙарын нығыталар. Шулай уҡ аҡыл хеҙмәтенән һуң ныҡ хәлһеҙләнгәндәргә лә һутын эсергә кәңәш итәләр.

Шифалы эсемлекте түбәндәгесә эшләйбеҙ.

1.Ҡара миләштән бер литр һут һығып алабыҙ.
2. Бер килограмм энәлек емешен өс стакан һыуҙа 15 минуттай ҡайнатып, һыуытабыҙ, һөҙәбеҙ.
3. Йылымса төнәтмәне миләш һуты менән ҡатыштырабыҙ.
4. Бер ҡалаҡ бал өҫтәйбеҙ.

Эсемлекте көнөнә ике тапҡыр - иртәле-кисле - 50 грамлап ҡына ҡабул итәбеҙ. Дауаланыу ваҡыты - бер ай. Бер-ике аҙна тәнәфестән һуң, килешкәндәй булһа, ҡабатларға.

Иҫкәрмә: миләш ҡанды ҡуйырта, шуға һаҡлыҡ менән тотонорға кәрәк, артығын ҡулланыу тыйыла, табип менән кәңәшләшергә онотмаҫҡа!

 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: