ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
14 Сентябрь 2023, 05:09

Иттән тәмле бәлеш бешерәйек!

..

Иттән тәмле бәлеш бешерәйек!Иттән тәмле бәлеш бешерәйек!
Иттән тәмле бәлеш бешерәйек!

Кәрәк буласаҡ: бәләкәйерәк кәбеҫтәнең яртыһы, 350 - 400 грамм фарш, тоҙ һәм тәмләткестәр, йәшелсә тәменә ҡарап алына, 1 стакан кефир, 1 стакан майонез, 3 йомортҡа, 1 балғалаҡ сода йәки йомшартҡыс, 8 аш ҡалағы он, майлау өсөн үҫемлек майы, туғылған йомортҡа ағы (бешкән бәлеш өҫтөнә һылар өсөн) кәрәк була.

 
 
Иттән тәмле бәлеш бешерәйек!
 
Иттән тәмле бәлеш бешерәйек!

Кәбеҫтәне ваҡ итеп турайбыҙ һәм аҙ ғына һыуҙа бер аҙ ҡайнатып алабыҙ. Йәғни һыу ҡайнап сығыу менән кәбеҫтәне 1 минутҡа төшөрәбеҙ. Унан дуршлаг ярҙамында һыуын һарҡытабыҙ. 

Йәшелсәне (петрушка, укроп һәм һуғанды) ваҡ итеп турайбыҙ. 

Фаршты үҫемлек майы менән ҡыҙҙырып алабыҙ. Шунан кәбеҫтәне фарш һәм йәшелсә менән ҡушып болғатабыҙ. Берәр стакан кефир менән майонезды ҡушып болғатабыҙ ҙа 1 ҡалаҡ сода һәм 3 йомортҡа өҫтәйбеҙ. Ошонда уҡ 8 аш ҡалағы он иләп һалабыҙ. 

Бәлеш бешерә торған форманы майлайбыҙ. Унан ҡамырҙың яртыһын ҡоябыҙ. Эслекте ипләп кенә һаҡлыҡ менән теҙәбеҙ. Унан ҡалған ҡамырҙы ҡоябыҙ. 

Аҙаҡ бәлеште 180 градус эҫелектәге духовкала 30 минут бешереп алабыҙ. 

Фото һәм сығанаҡ: “Һаҡмар” гәзите.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Автор:
Читайте нас