

Ҡабаҡтан омлет
Бының өсөн 2-3 ҡабаҡ, 4-5 йомортҡа, 130-150 гр сыр, 4-5 аш ҡалағы ҡаймаҡ, тәменә ҡарап тоҙ, борос, кипкән һарымһаҡ алына.
Ҡабаҡтарҙы йыуып, йоҡа ғына итеп ҡырҡҡылайбыҙ.
Бәләкәй генә табаҡта йомортҡа менән ҡаймаҡты һалып туҡыйбыҙ. Тоҙ, борос өҫтәйбеҙ. Яҡшылап болғатабыҙ. Йомортҡалы заливка әҙер.
Форманы үҫемлек майы менән майлайбыҙ. Унан бер рәт туралған ҡабаҡты теҙәбеҙ. Был ҡабаҡ өҫтөнә йомортҡалы заливканы ҡоябыҙ.
Быларҙың өҫтөнә сырҙы ҡырғыстан үткәреп һалабыҙ ҙа йәнә бер ҡат ҡабаҡ теҙәбеҙ. Ошолай бер нисә ҡат эшләйбеҙ. Иң өҫкө ҡатҡа ҡалған сырҙы һибеп, форманы 180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкаға 30-35 минутҡа оҙатабыҙ.
Ҡабаҡлы йөҙөм бәлеше
Ҡамырҙы 2-3 сәғәт алдан эшләгәндә һәйбәтерәк була.
Бының өсөн ит бешкән һурпаға үҫемлек майы һалып, бер семтем сода, самалап тоҙ һалып баҫыр кәрәк. Әгәр инде ит һурпаһы булмаһа, 1 стаканды тултырмай ғына ҡайнар һыу алып, үҫемлек майы ҡушып бутайбыҙ.
Ҡабаҡты ваҡлап турайбыҙ, дөгөнө бер аҙ үҫемлек майы ҡушылған тоҙло һыуҙа бүрттерәбеҙ. Йөҙөмдө йылымыс һыуҙа тотоп алабыҙ.
Ҡабаҡ, йөҙөм, дөгө, шәкәр, самалап тоҙ менән эслек әҙерләйбеҙ.
Хәҙер инде ҡамыр йәйеп, эслеген һалырға ғына ҡалды. Әйткәндәй, эслеккә аҡ май ҡушһаң, бигерәк тә тәмле була.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!