

Бәшмәкселәргә
Бәшмәкте ямғырҙан һуң йыймағыҙ – тиҙ боҙола.
Бәшмәкте киптереп һаҡларға теләһәгеҙ, уны епкә теҙеп, ел үтә өрмәгән урынға ҡуйығыҙ. Киптерергә әҙерләгән бәшмәкте йыуырға ярамай.
Киптерелгән бәшмәктән аш-һыу әҙерләр алдынан уны йомшартыу өсөн бер аҙ һөттә тотоп алығыҙ.
Шампиньон ҡараймаһын өсөн, уны таҙартҡас та тоҙло һыуға һалып тороғоҙ.
Эшләпәһен аҫҡа ҡаратып һалһаң, бәшмәк тигеҙ тоҙлана һәм маринадлана, шулай уҡ оҙағыраҡ һаҡлана.
Тоҙланған бәшмәк боҙолмаһын тиһәгеҙ, өҫтөнә аҙ ғына үҫемлек майы ҡойоғоҙ.
Әгәр йыйған бәшмәгегеҙҙә шикләнһәгеҙ, ҡайнатҡан саҡта бер баш әрселгән һуған өҫтәгеҙ. Ҡара күк төҫкә инһә, тимәк, бәшмәктәрегеҙ араһында ағыулыһы бар. Был осраҡта бәшмәктәрҙе ташлағыҙ!