ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
28 Июль 2023, 05:21

Әсе ҡыярҙы тоҙлап буламы?

Уның әсеһен сығарыу өсөн нимә эшләргә? Тулыраҡ һылтанма аша инеп ҡарағыҙ. 

Әсе ҡыярҙы тоҙлап буламы?Әсе ҡыярҙы тоҙлап буламы?
Әсе ҡыярҙы тоҙлап буламы?

Әсе тәме булған ҡыярҙы маринадларға була, тик алдан бер нисә эште башҡарырға кәрәк. Тәмләткестәр ҡулланғанда, консервалау алдынан термик эшкәрткәндә, әсеһе бөтә.

Тоҙлау алдынан ҡыярҙарҙың әсеһен уларҙы тоҙло һыуҙа 40 минут тотоп бөтөрөргә мөмкин. Бының өсөн йәшелсәләрҙе һауытҡа һалып, өҫтөнә һалҡын һыу ҡойоп, тоҙ ҡушығыҙ. 2 литр һыуға 1 аш ҡалағы тоҙ алына. Ҡыярҙар һут биреп, шунда әсеһе сыға.

Тағы ла бер ысул. Йәшелсәләрҙе йыуып, һалҡын һыу һалынған һауытҡа тултырығыҙ һәм шунда 12 сәғәткә ҡалдырығыҙ. Һыуҙы 3 сәғәт һайын алмаштырып тороғоҙ.

https://vk.com/avulselo

Авыл хатыны/Сельчанка

 

 

Автор:
Читайте нас