ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
17 Июль 2023, 15:51

Ҡышҡа - крыжовниктан компот

Рецебы - яҙмала. Ә һеҙ был емештән ниҙәр әҙерләйһегеҙ?    

Баҡсаларҙа крыжовник бешә башлаған мәл. Хәстәрлекле хужабикәләр унан ҡышҡылыҡҡа бик тәмле һәм файҙалы компотты күпләп әҙерләп ҡуя.

Уны яһау өсөн ингредиенттар (бер өс литрлыҡ банкаға иҫәпләнгән):
350 грамм йәшел крыжовник
бер стакан шәкәр
түңәрәкләп ҡырҡылған ике киҫәк лимон
самалап бөтнөк япрағы

Әҙерләү

Боҙолмаған крыжовникты һайлап алып, яҡшылап йыуып, 3-әр литрлыҡ стерилләнгән банкаларға һалабыҙ. Һәр береһенә ҙурыраҡ өс-биш бөтнөк япрағы һәм ике түңәрәк лимон киҫәге лә ырғытабыҙ. Банкаларҙы ҡайнар һыу менән тултырғас, ҡапҡасын ҡаплап, 15-20 минутҡа һыуынырға ҡалдырабыҙ. Шунан ул һыуҙы кәстрүлгә ҡойоп алып, яңынан ҡайнатабыҙ.

Ул арала банкаларҙың төбөнә берәр стакан шәкәр һалабыҙ һәм, кәстрүлдәге һыу ҡайнап сыҡҡас, өҫтөнә ҡоябыҙ ҙа яҡшылап нығытып ябабыҙ. Әҙер булған тәмлекәсте юрғанға ике көнгә төрөп торабыҙ.

 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас