ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
12 Июль 2023, 15:43

Уны бешереүе бик тиҙ һәм еңел

Аңғармаҫтан ҡунаҡ килә ятамы? Ошо ваҡытта манник һәр ваҡыт "ярҙамға" килә.

Уның өсөн беҙгә бер стакан әсегән һөт, бер десерт ҡалағы сода, 150 гр аҡ май, бер сынаяҡ шәкәр, ике йомортҡа, ике аш ҡалағы манный ярмаһы, бер стакан он кәрәк.
 
Ондан башҡа бөтә ингридиенттарҙы һауытҡа һалабыҙ ҙа ныҡ ҡына итеп туҡып алабыҙ, шунан яйлап ҡына ондо ҡушабыҙ, ҡамыр ҡаймаҡ ҡуйылығында килеп сығырға тейеш.

Тиҙ генә табаны майлап ебәрәбеҙ ҙә ҡамырҙы табаға ҡоябыҙ, 40 минут тирәһе бешерәбеҙ. Әҙер бәлеште шәкәр пудраһы менән биҙәргә мөмкин.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
 
Фото һәм сығанаҡ: "Уңғанбикәләр" төркөмөнән.
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас