Әремдең файҙаһы хаҡында күп яҙалар. Был юлы быуындар һыҙлағандан шәп рецепт тәҡдим итәбеҙ.
Хуш еҫле әремде йыйып, быяла банкаға тығыҙлап тултырырға ла өҫтөнә көнбағыш майы ҡойорға. Артабан бәләкәй кәстрүлгә һыу һалып, шунда банканы ултыртып, талғын утта ике сәғәт ҡайнатып алырға кәрәк. Шуныһы мөһим: һүндергәс, һыуынғансы ултырһын. Һуңынан инде майҙы һөҙөп алырға була. Бик шифалы май әҙер! Кис ауыртҡан-һыҙлаған урындарға һеңгәнсе ыуып ятһаң, шифаһы ҙур. Берҙән, арыған-талсыҡҡан аяҡ-ҡулға массаж булһа, икенсенән, ауыртыу баҫылып ҡалыр.
Ҡулланыуҙа сикләүҙәр бар, белгес менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!