ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
10 Июль 2023, 06:42

Һаҡланығыҙ!

Юғары ҡан баҫымы менән яфаланғандарға һәм йөрәк сирлеләргә эҫелә нимә ярамай?

Һаҡланығыҙ!Һаҡланығыҙ!
Һаҡланығыҙ!

Көндәрҙең ныҡ эҫе булыуы - һаулыҡты ла һаҡларға ҡуша. Айырыуса хроник ауырыуҙарға һаҡ булырға кәрәк. Ҡояш ныҡ ҡыҙҙырған саҡта тышҡа сыҡмағыҙ. Юғары ҡан басымы менән яфаланғандарға юлға сығырға кәңәш ителмәй. Әгәр шулай ҙа оҙон юлға сыҡһағыҙ, көн дә эскән дарыуҙарығыҙҙы онотмағыҙ. Һәм мотлаҡ һыу эсегеҙ. Ябай һыу. Шәкәрле лә, газлы ла түгел.

Эҫе - йөрәк ауырыуҙары булғандарға ла хәүефле. Ҡан тибешегеҙҙе (пульс) контролдә тотоғоҙ. Ул ныҡ көсәйһә, ятығыҙ, башығыҙға һалҡын һалығыҙ. Эҫелә юғары ҡан баҫымы менән яфаланғандарға, йөрәк сирлеләргә эҫе мунсаға барыу, сабыныу, боҙло һыу менән ҡойоноу тыйыла! Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, һау-сәләмәт булығыҙ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова.
 
Автор:
Читайте нас