ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
6 Июль 2023, 16:25

Кеүәҫ әҙерләйек

Эҫе көндәрҙә күптәр һалҡын ғына кеүәҫте яратып эсә. Һәр хужабикәнең үҙ серҙәре барҙыр, әммә беҙ тәҡдим иткән рецепт иң тәмлеһе...

Эҫе көндәрҙә күптәр һалҡын ғына кеүәҫте яратып эсә. Ә уны ҡайҙандыр һатып алғанса, өй шарттарында ла әҙерләргә мөмкин. 

Уның өсөн өс литр һыу, 90 грамм ҡоро кеүәҫ, 150 грамм шәкәр, 1-2 аш ҡалағы сүпрә, йөҙөм (теләгәнсә) кәрәк.
Тәүҙә һауыт, мәҫәлән, өс литрлыҡ банка алабыҙ. Һәйбәтләп йыуабыҙ, киптерәбеҙ. Шунан ҡоро кеүәҫте һалып, һыуыҡ һыу өҫтәйбеҙ. Һыу бүлмә температураһында булырға тейеш. Шунан шәкәр, сүпрә ҡушабыҙ ҙа бер нисә ҡат марля менән ябып, 40 сәғәткә йылы урынға ҡуябыҙ.
 
Әҙер кеүәҫте һөҙөп, йөҙөм һалып, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас