ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
6 Июль 2023, 16:20

Еләк-емештән тәмлекәстәр

Һеҙҙең иғтибарға еңел генә эшләнгән десерт рецебы тәҡдим итәбеҙ. Был тәмлекәс һәр табындың йәме буласаҡ. 

Урман-ҡырҙарҙа, баҡсаларҙа еләк-емеш өлгөрә башланы. Һеҙҙең иғтибарға еңел генә эшләнгән десерт рецебы тәҡдим итәбеҙ. Еләкле генә, ҡаймаҡлы ғына был тәмлекәс һәр табындың йәме буласаҡ.

Бының өсөн 2-3 сәй ҡалағы желатин, 250 мл ҡайнап һыуынған һыу, 0,5 литр ҡаймаҡ, ярты стакан шәкәр, самалап төрлө емеш-еләк кәрәк буласаҡ.

Был торт-желеға бер төрлө генә емеш йәки бер нисә төрлөнө бергә һалырға ла мөмкин. Груша, банан, слива, шафталы кеүек эре емештәрҙе турап, ә ҡарағат, баҡса, ер, ҡурай еләген бөтәүләй һалабыҙ.

Эш барышы

Желатинды эмаль һауытҡа һалып, ҡайнап һыуынған һыу ҡойоп, 40-60 минутҡа ҡалдырырға. Ул йомшарып ҡабарғас, болғай-болғай иретеп, ҡайнау хәленә еткерергә, тик ҡайнатмаҫҡа!

Аҙ ғына һыуынғас, ошо массаға шәкәр һәм ҡаймаҡ ҡушып, яҡшылап болғарға һәм емештәрҙе өҫтәргә. Силикон, быяла йәки башҡа төрлө һауыттарға һалып, 3-4 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Тортты креманка, кәсә кеүек һауыттарға айырым порция итеп эшләргә лә мөмкин.

Әгәр желатин ҡулланырға теләмәһәгеҙ, кибеттәрҙә тәбиғи ҡуйыртҡыс агар-агар һатыла.

Аштарығыҙ тәмле, табынығыҙ йәмле, кәйефтәр күтәренке булһын!

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас