ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
5 Июля 2023, 16:43

Ҡарағаттарығыҙ бешә башланымы?

Ҡара ҡарағаттан "дерелдәүек" ҡайнатма рецебын юғалтмаҫ өсөн үҙегеҙгә күсереп алығыҙ. 

Ҡарағаттарығыҙ бешә башланымы? Ҡышҡылыҡҡа тәмле ҡайнатма әҙерләргә ваҡыт етте.

Ҡара ҡарағаттан "дерелдәүек" ҡайнатмаһы:

2 стакан һыу менән 6 стакан шәкәр ҡомон ҡушып, сироп ҡайнатабыҙ. 

Шәкәре эреп бөткәс, 8 стакан ҡарағат өҫтәйбеҙ. 5-7 минуттан артыҡ ҡайнаһа, желеһы ҡуйы булмай, шуға һүрән утта әҙ генә бешереү кәрәк.

Унан һуң утты һүндереп, 2-3 стакан шәкәр ҡомон һалып, эреп бөткәнсе болғатып торабыҙ. Стерилләнгән банкаларға эҫе килеш тултырып ябабыҙ.

Сығанаҡ: vk.com/club54446177 

Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас