ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
26 Июнь 2023, 10:46

Иван-сәй яһап ҡарағанығыҙ бармы?

..

Иван-сәй яһап ҡарағанығыҙ бармы?Иван-сәй яһап ҡарағанығыҙ бармы?
Иван-сәй яһап ҡарағанығыҙ бармы?

Уны төрлөсә әҙерләйҙәр. Әммә түбәндә һеҙгә уның иң еңел ысулын тәҡдим итәбеҙ.

Үләндең япраҡтарын банкаға һалып, ағас таяҡ менән төйә-төйә тығыҙлап тултырырға. Тәҙрә төбөндә ҡояшта өс көн торғас, уны ит тартҡыстың эре тишегенән үткәрергә. Табаҡҡа һалып, яҡшылап ыуырға кәрәк. Һуңынан өҫтөн дымлы сепрәк менән ҡаплап, 8 сәғәт тоторға. Артабан үләндәрҙе йәйеп һалып, төнгөлөккә ҡалдырығыҙ. Икенсе көнөнә 90-100 градус ҡыҙыулыҡта киптереп алабыҙ. Иғтибар, духовканың ишеген ябып еткермәйбеҙ.

Бына хәҙер һеҙҙең үҙ ҡулығыҙ менән әҙерләгән үлән сәйегеҙ әҙер! Сәйегеҙ тәмле булһын!

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 0O2aPPWozRk

 
 
Иван-сәй яһап ҡарағанығыҙ бармы?
Автор:Лилия Такаева
Автор:
Читайте нас