+23 °С
Болотло


Ярты сәй ҡалағы соданы һуға болғатып эсеү аритмия өйәнәген баҫа.
Ярты сәй ҡалағы сода менән бер сәй ҡалағы тоҙҙо бер литр ҡайнар һыуға һалып болғаталар. Был ҡатышманы транспортта барғанда күңел болғанһа, ағыуланғанда һәр 5 минут һайын берәр аш ҡалағы эсәләр.
Тирләгәндә содалы эретмә менән йыуыныу тир биҙҙәренең эшмәкәрлеген кәметә.
Урт боҙолһа ла содалы эретмә менән сайҡатыу килешер.
Ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙолһа бер стакан һөткә ике семтем сода һалып эсәргә була.
Аяғы тирләгән кешегә аяҡ кейеменә сода һибергә ҡушалар.