ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
18 Июнь 2023, 08:58

Холестерин йонсотһа

Юғары холестериндандан яфаланыусыларға бер нисә ябай ғына рецепт тәҡдим итәбеҙ. Тик файҙаланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.Барлыҡ төнәтмәләрҙе лә әҙерләр өсөн эмаль һауытта талғын утта ҡайнатырға ла, һуңынан, 40-45 минуттан, һөҙөргә.    

Холестерин йонсотһаХолестерин йонсотһа
Холестерин йонсотһа

Энәлек. 1,5 стакан ҡайнар һыуға бер аш ҡалағы киптерелгән сәскәләрен йәки ике аш ҡалағы ваҡланған емештәрен һалып әҙерләргә лә, шуны өскә бүлеп, бер тәүлек эсендә 8 сәғәт һайын ашар алдынан 30 минут алдан эсергә.

💢Ҡара ҡарағат. Бер стакан ҡайнар һыуға ике аш ҡалағы емештәрен һалып әҙерләгәс, көнөнә 2-3 тапҡыр 0,5-1 стакан эсергә. Төнәтмәне япраҡтарҙан әҙерләгәндә иһә, ике стакан һыуға ике-өс аш ҡалағы һалырға кәрәк. Көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә.

💢Миләш (мышар). 1,5 стакан ҡайнар һыуға бер аш ҡалағы киптерелгән емеш етә. Көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә.

💢Укроп. 1,5 стакан ҡайнар һыуға бер аш ҡалағы киптерелгән укроп һабаҡтарын йәки орлоҡтарын һалып әҙерләргә. Укроп төнәтмәһен дә яртышар стаканлап эсергә кәңәш ителә.

фото һәм мәғлүмәт интернет селтәренән.

Автор:Гульдар Кадаева.
 
Автор:
Читайте нас