ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
14 Июнь 2023, 06:14

Бәхетле булыу серҙәре

Һәр бер көн - үҙе бүләк. Был тормошта бар кеше лә бәхетле булырға хаҡлы. Тик кемдәндер өмөт итеп ултырырға ярамай. 

Бәхетле булыу серҙәреБәхетле булыу серҙәре
Бәхетле булыу серҙәре

Һәр бер көн - үҙе бүләк. Был тормошта бар кеше лә бәхетле булырға хаҡлы. Тик кемдәндер өмөт итеп ултырырға ярамай. Бәхетебеҙ үҙ ҡулыбыҙҙа, шуны онотмаһаҡ ине!
🌺Файҙалы ғилем ал, күберәк уҡы – ҡайғыларың китер.
🌸Ҡыйыу бул, сөнки ҡыйыулыҡ шатлыҡ килтерә һәм үҙ-үҙеңә ҡарата ышаныслылыҡ булдыра.
🌼Асыу, көнсөллөк, күрә алмаусанлыҡ, һаранлыҡ кеүек һәм башҡа шундай яман тойғоларҙан йөрәгеңде таҙарт.
🌺Ашау-эсеүҙәге, һөйләшеүҙәге, ғәмәлдәрҙәге самаһыҙлыҡтан – файҙаһыҙ эштәрҙән һаҡлан.
🌸Бөгөнгө көн менән йәшә: үткәндәр тураһында күп уйлама – үткәнде ҡайтарып булмай, киләсәк хаҡында күп хыялланма – киләсәгең әле етмәгән. Һинең ғүмерең – ул бөгөнгө көн, уны матур итеп һәм файҙалы итеп үткәр.
🌼Үҙеңдән байыраҡ, дәрәжәлерәк булғандарға түгел, ә ярлыраҡ һәм көсһөҙөрәктәргә баҡ – булғанына шөкөр итеп, ғибрәт алыу өсөн.
🌺Хәл-ваҡиғаларҙың иң насар үҫеш алыуына ла әҙер бул, һәм, әгәр ҙә улар тормошҡа ашһа, һиңә ул тиклем үк ауыр булмаҫ.
🌸Асыуланма. Ғәфү итергә, рәхимле булырға өйрән. Бел: беҙҙең ғүмеребеҙ бик ҡыҫҡа!
🌼Һиңә килгән шатлыҡтың китеүенән ҡурҡма һәм әле килмәгән бәлә өсөн алдан ҡайғырма. Бөтә эштәреңде Аллаһҡа тапшырып, Уға тәүәккәллә.
🌺Артыҡ зиннәтле, мул тормоштан һаҡлан, ябай бул. Сөнки артыҡ байлыҡ һинең ваҡытыңды урлай, тәндең иркәлеге – йәнгә ғазап.
🌸Ҡайғы килдеме, уйлан: үҙең өсөн һәм кешеләр өсөн ниндәй файҙалы эш атҡара алаһың, баштан-аяҡ эшкә сум.
🌼Һиңә берәйһе яман һүҙҙәр әйтһә лә, был һүҙҙәр һиңә түгел, уға зыян. Шуға ла был турала күп уйлама.

 

Шәйх Әйд әл-Ҡарниҙың «Ҡайғырма!» китабынан.

 

"Файҙалы кәңәштәр" төркөмө.

Автор:
Читайте нас