

Журналист, шағирә, ҡул эштәре оҫтаһы Миләүшә Ҡыҙрасова-Ишемғолованың “Гөлмәрфуға” тигән үҙе матур, үҙе уңған мейесе тураһында яҙғаныбыҙ бар. Әле ул ошо мейесендә тәмле итеп ҡыҙыл эремсек эшләүе тураһында яҙма һәм фотолар менән уртаҡлашты. “Май айының тәмле һөтөнән, шифалы майынан эшләнгән, ғәләмммәт тәмле! Гөлмәрфүғә эшләп ебәреп ята, Гөлнәфис бында Өфөлә һата”, - ти яҙҙы ул.
Уңған коллегабыҙ тәмле ҡыҙыл эремсегенең рецебын беҙҙең менән дә уртаҡлашты.
“Әсәйем уны эшләгән һайын: "Мөғжизә инде, сөсө генә һөттән, ҡайнай торғас, ниндәй татлы ризыҡ килеп сыға, әйтерһең дә, шәкәр өҫтәлгән", - тип ғәжәпләнер ине. Әле ҡыҙым миңә: "Әсәй, ошо тәмлекәсте эшләгән һайын шулай ҡабатлайһың, ысынлап та, мөғжизә, эйе бит", - ти.
"Һөт ризыҡтарының иң тәмлеһе нимә?" - тигән һорауға, моғайын, күптәр "Ҡыҙыл эремсек!" - теп яуаплар. Халҡыбыҙҙың милли аш-һыуҙары араһында тәме, шифаһы, эшләнеү үҙенсәлеге буйынса айырым бер урын биләп торған был ризыҡты эшләүе лә, ашауы ла үҙе бер кинәнес. Ҡалала ғына түгел, ауылда йәшәгән дуҫ-иш, туған-тыумаса өсөн дә алыштырғыһыҙ “деликатес” күстәнәс ул.
Ҡыҙыл эремсек тип, ауыҙ һыуын ағыҙып һүҙ башлағас, уны әҙерләү серен дә яҙмайынса булмаҫ инде.
Үткәрелгән һөттө суйын ҡаҙанды майлап, ҡайнатырға ултыртабыҙ. Ҡайнар мәле еткәс, литр ярым ҡатыҡ өҫтәп, болғатырға кәрәк. Һөт шунда уҡ эремекләнеп сыға. Уны бер нисә сәғәт буйына болғата- болғата һыуы кәмеп, ҡайнап бөткәнсә, үҙе һарғылт-ҡыҙыл төҫкә ингәнсе ҡайнатырға кәрәк.
Ҡатыҡ ҡойоп ебәргәс тә эремсекләнгән һөттөң һары һыуы күп айырылып сыға. Ҡайһы кеше тиҙерәк әҙер булһын тип, 2-3 сүмес шул һыуҙы алып, кәметә. Һыуына теймәҫкә кәрәк, көнө буйына һуҙылған мәшәҡәтле эш булһа ла, һыуында оҙаҡ ҡайнаған эремсек ана шулай ҡыҙғылт һәм шәкәрле була.
Йомшаҡ булһын өсөн май айраны (май бешкән саҡта бүленеп сыҡҡан әскелтем һыу), 1-2 йомортҡа ҡушып болғатып ебәрәләр. Һорғайған эремсекте эмалле табаҡҡа бушатып һыуытҡас, ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Май, шәкәр ҡомо һалып бутағандан һуң үҙең теләгән ҙурлыҡта йомғаҡлап һыуытҡысҡа, ә ҡышҡылыҡҡа әҙерләгәнен туңдырғысҡа һалырға кәрәк”, - тип был тәмлекәсте эшләү серҙәре менән уртаҡлашты Миләүшә ханым.
Ашығыҙ тәмле, шифалы булһын!
Фотолар: Миләүшә Ҡыҙрасова-Ишемғолованың шәхси архивынан.
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова