ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
17 Май 2023, 05:35

Гемоглобинды күтәрергә теләһәгеҙ

..

Гемоглобинды күтәрергә теләһәгеҙГемоглобинды күтәрергә теләһәгеҙ
Гемоглобинды күтәрергә теләһәгеҙ

Бер үк күләмдә яңы һығылған ҡара торма, кишер, ҡыҙыл сөгөлдөр, гранат һуттары алып, барыһын бергә болғатығыҙ. Банкаға бушатып, өҫтен ҡаплап, 3 сәғәт йылы духовкала төнәтегеҙ ҙә, һуынғас, һөҙөгөҙ.

1-әр аш ҡалығы алынған ваҡлап туралған миләш һәм гөлйемешкә ике стакан ҡайнар һыу ағыҙып, шуны һүрән утта 5 минут ҡайнатығыҙ. Һауытты ҡалын сепрәк менән төрөп, бер тәүлек тотҡас, һөҙөгөҙ. Аҙ ғына бал һалырға ла була. Төнәтмәне көнгә 3–4 мәртәбә ашар алдынан яртышар стакан эсәләр.

 

300-әр грамм күрәгә, йөҙөм, ҡараемеш, инҗир, ҡабыҡлы 2 лимонды (орлоҡтарын алырға) ит турағыс аша үткәрергә лә, тәменә ҡарап, бал һалырға. Барыһын бергә яҡшылап болғатырға кәрәк. Ҡатнашманы быяла банкала һуытҡыста һакларға. Көнөнә 3–4 тапҡыр 1-әр аш ҡалағы эсергә.

Ҡулланыр алдынан мотлаҡ врач менән кәңәшләшергә, сикләүҙәр булыуы ихтимал.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: hzriumkasunimwarn0fq1

https://vk.com/hakmar.gazeta

Автор:
Читайте нас