ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
11 Май 2023, 12:28

Күршемдең ҡыяры йыл һайын уңа

Ә сере бына нимәлә икән... 

Күршемдең ҡыяры йыл һайын уңаКүршемдең ҡыяры йыл һайын уңа
Күршемдең ҡыяры йыл һайын уңа

Күршем Ләлә апайҙың ҡыяры йыл һайын емерелеп уңа. Бының сере бына нимәлә икән: "Иң мөһиме - орлоҡто сәсер алдынан дөрөҫ эшкәртергә һәм тупраҡ ҡатнашмаһын белеп һайларға кәрәк", - тине ул. 

Беҙҙең шарттарҙа күптәр йәшелсә үҫентеләрен башта – өйҙә, һуңынан теплицаға йәки асыҡ һауаға күсереп ултыртыу юлы менән үҫтерә, сөнки сағыштырмаса ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында йәшәйбеҙ, төбәгебеҙҙә июнь башында ла ҡырау төшөү ихтималлығы ҙур.

- Иң тәүҙә орлоҡтарҙы зарарһыҙландырыу сараһы үткәреү мотлаҡ. Иң һөҙөмтәле алым – калий перманганаты (марганцовка) иретмәһе. Бер литр һыуға 10 грамм марганцовка һалырға (ҡуйы шәмәхә төҫөндө булырға тейеш), унда орлоҡтарҙы 15-20 минут тотоп, һыу менән сайырға. Артабан 200 мл һыуға ике-өс тамсы “Гуми” кеүек биопрепарат өҫтәп, орлоҡтарығыҙҙы ошо ҡатнашмала бер нисә сәғәт тотоп алһағыҙ, улар “рәхмәт” кенә әйтер. Был сара орлоҡтарға көс бирә, - тине Ләлә апай. Ул шулай уҡ ҡыяр сәскән тупраҡҡа нимәләр ҡушыуы тураһында ла ентекле итеп аңлатты.

- Ҡыяр үҫентеһе өсөн еңел тупраҡ (яҡынса 50%), йылға ҡомо (10-15%), торф (20-30%) һәм таҙа ағас онтағы (10-15%) алам. Уларҙы яҡшы итеп бутарға кәрәк.
Орлоҡтарҙы мотлаҡ бүрттереп сәсәм. Йылы һыу ҡоям һәм шытымдар сыҡҡансы 22-25°С температура режимын һаҡларға тырышам. Шытымдар күренгәс, температураны 19-21°С арауығында тотам, - тип ҡыяр үҫтереү серҙәре менән бүлеште тәжрибәле баҡсасы. 

Фото: ok.ru 

Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас