ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
30 Апрель 2023, 14:53

Сирень сәскәһенең шифаһын күрегеҙ

Тиҙҙән сирень сәскә ата башлай. Уның сәскәләрен йыйып, шифалы дарыу әҙерләп ҡалырға онотмағыҙ.

Сирень сәскәһенең шифаһын күрегеҙСирень сәскәһенең шифаһын күрегеҙ
Сирень сәскәһенең шифаһын күрегеҙ

 Сирень сәскәһе – эфир майҙарына, фарнезол,  феногликозид сирингин кеүек матдәләргә, ә  япрағы һәм бөрөләре  флавоноидтарға, аскорбин кислотаһына, сайырға, фитонцидтарға һәм дубиль матдәләргә бай.  Халыҡ медицинаһы был хуш еҫле ағастың сәскәһенән, бөрөһөнән һәм япраҡтарынан  шифалы төнәтмәләр әҙерләргә кәңәш итә.

Ниндәй ауырыуҙарҙы дауалай?

Бөйөр ауырыуҙарын. Бының өсөн сәскәһенән төнәмә әҙерләнә: Бер ҡалаҡ сәскәгә 200 мл  ҡайнар һыу ҡойоп, 4 сәғәт төнәтергә һәм һөҙөргә.  Көнөнә 3 – 4 тапҡыр  бер-ике ҡалаҡ эсергә.

Һалҡын тейеүҙе. Шул уҡ төнәтмәне  йүкә сәскәһе ҡушып әҙерләргә мөмкин.  Бик яҡшы тирләтә һәм температураны төшөрә.

 Ашҡаҙан сей яраһы, эс китеүҙе, коклюш һәм тын етмәүҙе. Сирень сәскәһенән сәй бешереп эсергә. Бер стаканға бер ҡалаҡ сәскә алына һәм  яртышар стаканлап эсергә мөмкин.

Артриттарҙы: ревматизм, ревматоидлы артрит, невралгии, артралгия.  Спиртлы төнәтмә әҙерләнә. Бының өсөн  ¼ стакан  ваҡланған сәскә менән бөрөгә  бер стакан спирт йә араҡы ҡойоп,   ҡараңғы бүлмәлә  8 – 10 тәүлек төнәтергә.   Спиртлы төнәтмәне –  көнөнә 3 – 4 тапҡыр  20 – 30 тамсы, ә араҡылыны 50 тамсы эсергә мөмкин.

Һыҙлаған, ауыртҡан урындарҙы. Был осраҡта ыуыныу өсөн төнәтмә әҙерләнә. Ярты стакан  сәскәгә йәиһә бөрөгә 200 мл араҡы ҡойоп, ике аҙна төнәтергә. Һуңынан  аяҡ-ҡул һыҙлағанда шуның менән ыуынырға була.  Шулай уҡ был төнәтмә теш һыҙлағанда ла   ярҙам итә. 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина.
 
Автор:
Читайте нас