

Уларға ҡаршы ҡулланылған инсектицидтар, фунгицидтар, пестицидтар исемлеге оҙоная, тик күпселек осраҡта улар ауырыуға ҡаршы тора алмай.
Ҡыуаҡтарға һәм уңышҡа зыяны булмаған бер ысул бар. Бәлки, күптәрегеҙ уны ҡулланалыр ҙа — ҡыуаҡтарға, беренсе сиратта, ҡарағатҡа иртә яҙҙан ҡайнар һыу ҡойоу. Ҡайнар һыу ҡарағат бөрөләрендә ҡышлаған талпанды юҡ итә. Был талпан бөрөлә йәшеренеп, яҙ етеү менән бөрө эсендәге япраҡты ашай һәм уңышҡа ҙур зыян килтерә.
Онло ысыҡтың башланған мәлендә ҡайнар һыуҙың ярҙамы тейә. Көндәр йылыныу менән был ауырыу тарала башлай, һәм сара күрелмәгән осраҡта, йәй уртаһына ҡыуаҡты ҡоротоуы ихтимал. Был ауырыуға ҡарағат һәм крыжовник айырыуса тиҙ бирешә. Ҡайнар һыу ҡыуаҡтың тамырына зыян килтерер тип ҡурҡырға ярамай. Ҡыуаҡтарҙы эшкәрткәндә, һыу температураһы 60-70 градус самаһы булырға тейеш. 80 градустан юғарыраҡ булһа, һыу беттәрҙе генә түгел, бөрөләрҙе лә үлтерәсәк.
Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө.