

Боростар 14-16 сәғәт дауамында яҡтыртыуға мохтаж, шунлыҡтан көндәр оҙайғансы, үҫемлектәрҙе иртәле-кисле бер-нисә сәғәт фитолампа аҫтында тотабыҙ.
Борос үҫентеләрен түтәлгә күсергәс, һыуҙы шаҡтай күп итеп һәм йыш һипһәк тә, тәҙрә төбөндә үҫтергән осорҙа, тупрағын һыуға батырырға, япраҡтарын, һабаҡтарын сылатырға ярамай. Ҡараяҡ бәшмәктәре баш ҡалҡытып, бөтөн үҫемлектәрҙең тамырын ашап, серетеп, ике-өс көндә юҡ итергә мөмкин.
Үҫемлектәр тишелеп сығып, 18-20 көн үткәндән һуң, беренсе мәртәбә ашларға ярай. Был ваҡытта унда бер-нисә пар ысын япрағы үҫеп сыҡҡан була инде. Әгәр үҫентеләрҙе пикировка яһап, берәмләп күсереп ултыртырға йыйынһағыҙ, уларҙы стрестан һаҡлау өсөн, был эшкә керешергә бер-нисә көн ҡала, япраҡтарына “Энерген” йәки “Эпин” биостимуляторының шыйыҡ эремәһен бөркөү отошло. Күсереп ултыртҡас, яңы урында тамырланыу өсөн, кәмендә аҙна- ун көн ваҡыт талап ителә