ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
11 Апрель 2023, 09:39

Һуған үҫтерәйем тиһәң

Һуғанды ултыртыр алдынан киптерергә һәм бер аҙна 20-25 градуста йылытырға кәрәк.

Һуған үҫтерәйем тиһәңҺуған үҫтерәйем тиһәң
Һуған үҫтерәйем тиһәң

Түтәлгә ултыртҡансы, өс сәғәт ҡала, тоҙло һыуҙа тотоп тороғоҙ. Бер литр йылы һыуға бер аш ҡашығы тоҙ етә.

Шунае һыу менән сайҡатып, ике сәғәт марганцовка эретмәһендә тотоп алығыҙ. Микробтарҙы һәм ауырыуҙарҙы үлтерер өсөн был ваҡыт етә.

Тағын һыу менән йыуҙырып алып, бер аҙ ғына киптереп алығыҙ ҙа, дымлы түтәлгә ултыртығыҙ. Өҫтөнә ҡом һибегеҙ.

 

Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө.

Автор:
Читайте нас