Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
20 Март 2023, 14:37

Матурлыҡ өсөн битлектәр

Майлы бит тиреһе өсөн: йомортҡаның ағын туғырға ла ярты балғалаҡ лимон һуты ҡушырға кәрәк...

Матурлыҡ өсөн битлектәр
Матурлыҡ өсөн битлектәр

Майлы бит тиреһе өсөн: йомортҡаның ағын туғырға ла ярты балғалаҡ лимон һуты ҡушырға кәрәк. Биткә бер нисә ҡат итеп буяп, 15-20 минут тоторға. Ҡаты сәй менән йыуып алырға.

Ҡоро бит тиреһе өсөн: 10 грамм бойҙай онона 2-3 ҡалаҡ һөт ҡушып болғатабыҙ, шунан бер бүҙәнә йомортҡаһы, 30 грамм бал ҡушабыҙ.

Ошо ҡатнашманы биткә һылап, 15-20 минут тотҡандан һуң, йылымыс һыу менән йыуабыҙ.

Һәр төрлө тире өсөн: марля киҫәген ҡурай еләге (таҙарта һәм дымландыра), ҡыҙыл ҡарағат (ағарта), әфлисун (витаминдарға бай), йөҙөм

(йыйырсыҡтарҙы булдырмай) һуты менән сылатып, 15-20 минутҡа биткә һалып торалар. Йылымыс һыу менән сайҡаталар. Һут урынына еләк-емештең иҙмәһен ҡулланырға ла ярай.

Бер үк миҡдарҙа алынған эремсек менән балды яҡшылап болғаталар ҙа бит тиреһенә һылайҙар. Уны күҙ, ауыҙ тирәһенә лә һөртөргә ярай. Битлекте һалҡын һөт менән йыуып алыу яҡшы.

Күҙ төбөндәге йыйырсыҡтарҙан ҡотолоу өсөн, төнгөлөккә һырғанаҡ, баҙам (миндаль) йә өрөк (абрикос) майы һөртөргә кәңәш ителә. Бик яҡшы сифатлы зәйтүн майын ҡулланырға ла мөмкин.

Шаҡмаҡтарға аҡ сәскә, бөтнөк, мелисса кеүек тынысландырыусы үләндәрҙең төнәтмәһен ҡоябыҙ ҙа туңдырғысҡа ҡуябыҙ. Иртә һайын боҙ киҫәге менән битте һәм күҙ тирәләрен һөртөп сығабыҙ. Ошондай уҡ боҙ шаҡмаҡтарын һөттән дә эшләргә була.

Картуф битлеге: сей картуфты ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Һөт өҫтө менән бутайбыҙ. Күҙгә һылап, 15-20 минут ятып торабыҙ, шунан йылы һыу менән йыуып төшөрәбеҙ. Был битлек йыйырсыҡтарҙы булдырмауға ла ярҙам итә.

Бер ҡалаҡ бананды иҙәбеҙ ҙә 1 ҡалаҡ аҡ майҙы иретеп ҡушабыҙ. 20 минутҡа күҙгә ҡуйып торабыҙ һәм йылы һыу менән йыуып алабыҙ.

Кәбеҫтә менән кишерҙе бер үк миҡдарҙа алып, ҡырғыстан үткәрергә һәм һутын һығып алырға кәрәк. Һутҡа берәр балғалаҡ бал менән ҡаймаҡ өҫтәп болғатығыҙ. Ҡатнашманы 10 минутҡа биткә буяп, һуңынан йылы һыу менән йыуып алығыҙ.

Сәләмәт һәм матур булығыҙ!

 

Сығанаҡ: Файҙалы кәңәштәр.

Автор:
Читайте нас: