Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
16 Март 2023, 09:52

Картуфығыҙ шытым ебәрҙеме?

Ябыҡ тороп еҫләнгән банканы нисек таҙартырға? Көнбағыш майының шешә төбөндә аҡ төпрә бармы? Ул нимәне аңлата? 

Картуфығыҙ шытым ебәрҙеме?
Картуфығыҙ шытым ебәрҙеме?

Мөгәрәптәге картуф шытымдар ебәрҙеме? Шытмаһын тиһәгеҙ, картуф тултырылған тоҡ эсенә алма һалығыҙ. 

Таҙартылмаған көнбағыш майы алһағыҙ, һәр ваҡыт шешәнең төбөн тикшерегеҙ. Төбөнә аҡ төпрә ултырһа, ул әсей башлаған була.

Ябыҡ тороп еҫләнгән банканы н:исек таҙартырға? Уның өсөн 1 ҡалаҡ горчица һалынған йылы һыу менән йыуығыҙ.

Ишек йоҙағы асылмай интектерһә, уны графит менән майлағыҙ. Бының өсөн « М» маркалы ҡәләм яҡшы.

Ҡапҡасы асылған майҙы дүрт аҙнала ҡулланып бөтөргә кәрәк.

Лимон янында һаҡланған емештәр боҙолмай оҙаҡ һаҡлана.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 5c6d252fec27b5c6d252fec2b8

 
Картуфығыҙ шытым ебәрҙеме?
Картуфығыҙ шытым ебәрҙеме?
Автор:Лилия Такаева
 
https://vk.com/hakmar.gazeta
Автор:
Читайте нас: