Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
6 Март 2023, 15:44

Орлоҡты нисек дөрөҫ һайлап алырға?

Сифатлы уңыштың нигеҙе сифатлы орлоҡ икәнен онотмаҫҡа кәрәк.

Орлоҡты нисек дөрөҫ һайлап алырға?
Орлоҡты нисек дөрөҫ һайлап алырға?

Тиҙҙән баҡсасылар үҫенте сәсә башлаясаҡ. Сифатлы уңыштың нигеҙе сифатлы орлоҡ икәнен онотмаҫҡа кәрәк. Орлоғона күрә емеше, орлоғона күрә уңышы, яман орлоҡ сәсеп, яҡшы игенгә өмөт итмә, тигән әйтемдәрҙе иҫкә төшөрәйек әле. Орлоҡ алғанда, баҡсасылар, ғәҙәттә, дүрт хата эшләй:

Ябай ғына ҡапҡа төрөлгәнен алмай. Сағыуына өҫтөнлөк бирә. Ябай ҡаптағыһы ҡыйбатлы орлоҡтан бер ҙә ҡайтыш булмауы ихтимал. Уның етештереүсеһе тураһында мәғлүмәтте иғтибар менән уҡып ҡарағыҙ.

Артыҡ һаҡсыллыҡ. Кәштәләргә яҙын хатта бер, өс, биш һумлыҡ орлоҡ һалып ҡуялар. Ғәҙәттә, уларҙың һаҡланыу ваҡыты үтеп киткән була. Бындай орлоҡтан фәтеүә сыҡмаясаҡ.

Ҡаптағы һүрәткә ҡарап ҡына орлоҡ алыу ҙа дөрөҫ түгел. Реклама индустрияһы үҫешкән заман. Фотошоп ярҙамында ябай ғына һүрәтте лә матурлап, ҙурайтып була. Һүрәткә ҡуйылған ҙур ҡауын Үзбәкстан ҡояшы аҫтында ғына тәмле булып үҫеүе ихтимал.

Драже формаһында сыҡҡан орлоҡтарҙан баш тартыу. Был орлоҡтар фунгицид йә башҡа файҙалы ҡушылмаға төрөлгән була. Улар сәсеүгә бик ҡулай. Тәүге осорҙа ашлама ла биреп торорға кәрәкмәй. Тиҙ шыталар, ҡоротҡос һәм ауырыуҙарға ҡаршы торорлоҡ көстәре була. Сәсеүе уңайлы. Был орлоҡар башлыса районлаштырылған була. Шулай ҙа орлоҡ тураһындағы мәғлүмәтте һәйбәтләп уҡып сығығыҙ.

 

Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәрә.

Автор:
Читайте нас: