Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
1 Март 2023, 16:29

Ауыҙҙағы еҫте бөтөрөү өсөн өс ысул

-

Ауыҙҙағы еҫте бөтөрөү өсөн өс ысул
Ауыҙҙағы еҫте бөтөрөү өсөн өс ысул

Ауыҙҙан килә торған тәмһеҙ еҫте бөтнөк ярҙамында бөтөрөргә була.

🌿Бының өсөн 1 аш ҡашығы бөтнөккә 250 мл ҡайнап торған һыу һалып, 2-3 сәғәт төнәтәбеҙ һәм 6 сәғәт һайын ауыҙҙы сайҡатабыҙ. Быны ярты ай эшләргә кәрәк.

🌿Әлеге проблеманы имән ҡайыры ярҙамында ла хәл итергә була. 1 аш ҡашығы киптерелгән һәм ваҡланған ҡайырға 250 мл ҡайнар һыу һалып, 30 минут һыу парында тоторға кәрәк. Шунан төнәтмәне бер-нисә тапҡыр һөҙөп, ауыҙҙы көнөнә 2-3 тапҡыр сайҡатабыҙ. Процедураны кәмендә 2 аҙна башҡарырға кәрәк.

🌿Ер еләге япрағы, ромашка һәм әремде 1әр аш ҡашығы алып ярты литр ҡайнар һыуҙа төнәтәбеҙ. Төнәтмәне термосҡа яһарға кәңәш ителә. Шул ҡатнашма менән ашаған һайын ауыҙ ҡыуышлығын сайҡатығыҙ.

 

Сығанаҡ: Файҙалы кәңәштәр.

Автор:
Читайте нас: