Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
23 Февраль 2023, 09:33

Ҡыуаҡ рәүешендәге петунияны нисек үҫтерергә?

Бының өсөн иң ҡулай мәл – февралдең икенсе яртыһы. Шулай ҙа...

Ҡыуаҡ рәүешендәге петунияны нисек үҫтерергә?
Ҡыуаҡ рәүешендәге петунияны нисек үҫтерергә?

Тәжрибәле баҡсасылар, айырыуса сәскә яратыусылар петунияның ҡыуаҡ рәүешендәге сорттарын яратып үҫтерә. Ләлә исемле танышым да уларҙы йыл һайын ултырта.

- Петунияның ҡыуаҡ кеүек сорттарынан “Тайдал”, “Тайфун” тигәндәрен сәсәм. Бының өсөн иң ҡулай мәл – февралдең икенсе яртыһы. Шулай ҙа март дауамында ла сәсергә була, әммә сәскә атыу осоро саҡ ҡына һуңыраҡ башланасаҡ.

“Тайдал”дың төрлө төҫтәрен ултыртып ҡарағаным бар, ғәҙәти петуния кеүек үҫә, әммә ныҡ матур, ҡайһы бер ҡыуаҡтарҙың диаметры 1 – 1,4 метрғаса етә. Бер төп петуниянан ошондай ҡыуаҡ барлыҡҡа килә тиһәм, башта күршеләр ышанмай ине.

Әлбиттә, орлоҡтар ҡиммәт кенә, 200-400 һум арауығында, әммә улар үҙен аҡлай, йәй буйы сәскә атып, күҙҙең яуын алып ултыра. Хатта япраҡтары ла күренмәй тиерлек.

Мин тәүҙә ябай стакандарға ултыртам, унан май башында 0,7 литрлыҡ һауыттарға күсерәм. Ҡырауҙар ҡурҡынысы үтһә, 20 йәки 30 литрлыҡ мискәләргә ултыртып сығам. Алда әйткәнемсә, бер мискәгә – бер үҫенте. Һауыт ни тиклем ҙурыраҡ, сәскә лә шул тиклем йәйелеберәк үҫә.

Тупраҡ еңел булырға тейеш. Ғәҙәттә, баҡса тупрағына ҡом, тиреҫ (тиҙәк түгел) өҫтәйем. Сәскәле үҫемлектәр өсөн тәғәйенләнгән комплекслы ашламалар, ҡатнашмалар һибеп торам. Сәскә өсөн айырыуса калий ныҡ мөһим.

Ҡайһы берәүҙәр петунияны ҡырҡып, форма бирә. Мин улай эшләмәйем, сөнки яҡтылыҡ етерлек булһа, ул былай ҙа түңәрәк кенә формала матур булып үҫә, - тип гигант петуниялар үҫтереү серҙәре менән уртаҡлашты Ләлә апай.  

Фотолар: semena-natali.ru

Ҡыуаҡ рәүешендәге петунияны нисек үҫтерергә?
Ҡыуаҡ рәүешендәге петунияны нисек үҫтерергә?
Ҡыуаҡ рәүешендәге петунияны нисек үҫтерергә?
Ҡыуаҡ рәүешендәге петунияны нисек үҫтерергә?
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: